4 декабрь, Йәкшәмбе

12 ғинуар 2011 йыл, 13:06

Башҡортостан эшҡыуарҙарын һанайҙар

автор: Любовь Колоколова

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу артынса Башҡортостанды, бөтә илде кеүек үк, быйыл яҙ яңы кампания – иҡтисади иҫәп алыу көтә. Ул “Ҙур илдең бәләкәй бизнесы” тигән девиз аҫтында үтәсәк. Иҫәп алыуҙың рәсми атамаһы – Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеген тотош федераль статистик күҙәтеү.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда республикалағы иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәрендә мәшғүл булған 140 меңдән ашыу бәләкәй һәм урта бизнес субъекты иҫәп алыуға йәлеп ителәсәк. Бөгөн бизнестың был категорияһы, тулайым төбәк продуктының бишенсе өлөшөн тәьмин итеп, төбәк иҡтисадында мөһим әһәмиәткә эйә.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, хәҙерге Рәсәйҙә бәләкәй предприятиеларҙы тотош тикшереү тәүге тапҡыр 2000 йылда үткәрелгәйне. Әммә ул осорҙа алынған мәғлүмәттәр иҫкерҙе, сөнки ун йыл эсендә закондар базаһы ла, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары иҫәбенә индереү критерийҙары ла үҙгәрҙе.

Үткәреләсәк иҡтисади иҫәп алыу Башҡортостандағы эшҡыуарлыҡтың үҫеш кимәлен объектив билдәләргә ярҙам итәсәк. Тотош күҙәтеү һөҙөмтәләре бәләкәй һәм урта бизнесҡа булышлыҡ итеү һәм уны үҫтереү буйынса системалы саралар күреү, адреслы дәүләт программаларын һәм инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирәсәк.

Тикшереү барышында байтаҡ күрһәткестәр: тауарҙар һатыуҙан, эштәр башҡарыуҙан һәм хеҙмәт күрһәтеүҙән алынған табыш, персонал иҫәбе, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы продукцияһы етештереү, төп средстволарҙың булыу-булмауы, етештереүгә сығымдарҙың айырым төрҙәре һәм башҡалар буйынса мәғлүмәттәр йыйыласаҡ. Был мәғлүмәттәр статистика һәм власть органдарына ғына түгел, тәү сиратта, эшҡыуарҙарҙың үҙҙәренә кәрәк. Тикшереүҙең йыйылма йомғаҡтары менән бизнес вәкилдәре танышып, уларҙы үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыуҙа ҡуллана аласаҡ.

Иҫәп алыу барышында предприятиелар етәкселәренә һәм шәхси эшҡыуарҙарға һорауҙар яҙылған күҙәтеү формаһын тултырырға кәрәк буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта статистиктар тулы конфиденциаллек гарантиялай, сөнки мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү барышында кешеләрҙең исем-шәрифтәре асыҡланмаясаҡ.

Башҡортостанстат сайтында махсус бит булдырылды. Унда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса закон  һәм норматив акттар, эштәр программаһы, тотош күҙәтеү формалары, статистика инструментарийы һәм башҡа материалдар менән танышырға мөмкин.