3 декабрь, Шәмбе

12 ғинуар 2011 йыл, 18:02

Эрнст Исаев: «Көньяҡ Урал райондары үҫешенең төп йүнәлеше – ит һәм һөт малсылығы»

автор: Любовь Колоколова

7-8 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары –  БР ауыл хужалығы министры эш сәфәре дауамында Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарында булды.

Сәфәр барышында вице-премьер муниципаль райондарҙың хакимиәт башлыҡтары һәм ауыл хужалығы идаралыҡтары начальниктары менән малдарҙы ҡышлатыу барышын, мал аҙығы, орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин ителеүҙе, хужалыҡтарҙың техник йыһазландырылышын баһаланы. Эрнст Исаевты шулай уҡ эш шарттары һәм эш хаҡы кимәленән алып райондарҙа ауыл хужалығын үҫтереү перспективаларына тиклем барыһы ла ҡыҙыҡһындырҙы.

Билдәләнгән райондарҙа ауыл биләмәләре башлыҡтары, ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашлығында кәңәшмәләр үткәрелде. Осрашыуҙарҙа киләһе биш йылға һәм 2020 йылға тиклемге осорға республика агросәнәғәт комплексын үҫтереү стратегияһы хаҡында һүҙ барҙы, малдарҙы ҡышлатыуҙы уңышлы тамамлау, яҙғы баҫыу эштәрен ойоштороу бурыстары ҡаралды. Вице-премьер ҡуйылған бурыстарҙы үтәгәндә хужалыҡтарҙың бөтә категориялары буйынса ҡәтғи отчетлылыҡ талап итте. Был хужалыҡ кенәгәләрен алып барыуға ла ҡағыла.

Специализация һәм кооперация мөһим мәсьәләләр буласаҡ, дөйөм алғанда Башҡортостандың һәр тәбиғәт-климат зонаһы буйынса айырым программалар эшләү талап ителәсәк, тип билдәләне Эрнст Исаев. Бойҙайҙың ҡаты һәм көслө сорттарын үҫтереү ҙур перспективаға эйә. Ул мал аҙығы етештереү үҫеше менән бергә ит һәм һөт малсылығын Көньяҡ Урал зонаһы райондары үҫешенең төп төп йүнәлеше тип атаны.