3 декабрь, Шәмбе

14 ғинуар 2011 йыл, 11:46

«НефАЗ» автобустары Рәсәйҙең 65 төбәгендә эшләй

автор: Любовь Колоколова

2010 йылда ҡулланыусыларға 855 «НефАЗ-5299» пассажир автобусы оҙатылды. Башҡортостандан тыш, был автобустар менән файҙаланыусы төп төбәктәр булып Санкт-Петербург, Хабаровск, Екатеринбург, Һамар, Силәбе, Иркутск ҡалалары, Белгород һәм Кемерово өлкәләре, Краснодар һәм Пермь крайҙары, Татарстан тора. Ә, дөйөм алғанда, «НефАЗ» автобустарын Рәсәйҙең 65 төбәгендә файҙаланалар.

Төньяҡ баш ҡала былтыр НефАЗ автобустарын һатып алыу буйынса лидер булып торҙо. Шуның менән бәйле предприятиела Нефтекама автозаводына Башҡортостан Республикаһының Санкт-Петербургтағы Даими вәкиллеге, атап әйткәндә, уның етәксеһе Риф Сәхәбетдинов күрһәткән ярҙамды айырып билдәләйҙәр. Уның тырышлығы менән Петербург Хөкүмәтен һәм транспорт компаниялары етәкселәрен Башҡортостан автобустары менән таныштырыуҙар ойошторолдо. Шулай итеп, предприятие өсөн был стратегик төбәккә үтеп инеү – берлектәге эш һөҙөмтәһе.