9 декабрь, Йома

14 ғинуар 2011 йыл, 11:37

Мәсетлеләргә хужалыҡ документацияһын рәткә һалыу өсөн район үҙәгенә йөрөргә кәрәкмәй

автор: Марина Шумилова

Мәсетле районы хакимиәтенең иҡтисад бүлеге хеҙмәткәрҙәре райондың мәғлүмәти-консультация үҙәге менән берлектә ауыл халҡына урындарҙа хеҙмәт күрһәтә башланы.

Ер участкаһын, торлаҡты теркәүгә документтар тултырыу, ер участкаларын межалау, бәләкәй эшҡыуарлыҡты субсидиялауға документтар әҙерләү, Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм үҙ-үҙеңде эш менән тәьмин итеү программаһы сиктәрендә бизнес-план әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү, шәхси эшҡыуарлыҡты, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрҙе теркәү йәки ҡайтанан теркәү, компьютерҙар һәм оргтехникаға ремонт һәм уларҙы хеҙмәтләндереү буйынса консультациялар – ауылдарға барып күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең тулы булмаған исемлегендә ошолар бар.

13 ғинуарҙа район үҙәге белгестәре Абдулла ауыл советы ауыл биләмәһендә эшләне. Бөгөн улар – Яңы Яуыш ауыл советында, 18 ғинуарҙа — Ростов, 20 ғинуарҙа – Ҡорғат, 25 ғинуарҙа – Әләгәҙ, 27 ғинуарҙа Йонос ауыл советы ауыл биләмәләрендә хеҙмәттәр күрһәтәсәк. Февраль дауамында күсмә консультациялар Мәсетле районының башҡа ауыл биләмәләрендә лә үтәсәк.