9 декабрь, Йома

14 ғинуар 2011 йыл, 11:23

Студенттарға ярҙам программалары конкурсы иғлан ителде

автор: Эльмира Сабирова

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы урта һәм юғары профессиональ белем биреү учреждениеларында студенттарҙы яҡлауға һәм йәштәр клубтары һәм үҙәктәренең эшмәкәрлеген үҫтереүгә йүнәлтелгән программаларҙың республика конкурсын иғлан итте.

Был конкурстың маҡсаты — студент йәштәр менән эшләү формаларын һәм ысулдарын камиллаштырыу, уларҙы социаль мөһим эшмәкәрлеккә йәлеп итеү һәм студенттар үҙидараһын үҫтереү.  

Программалар проекттары урта һәм юғары профессиональ белем биреү дәүләт учреждениеларынан, шулай уҡ дәүләт аккредитацияһына эйә булған дәүләткә ҡарамаған уҡыу учреждениеларынан 14 февралгә тиклем ҡабул ителәсәк.

Эксперт советына БР йәштәр ведомствоһы, БР Мәғариф министрлығы, БР юғары уҡыу йорттары Ректорҙар советы һәм БР урта махсус уҡыу йорттары Директорҙар советы вәкилдәре инәсәк. Еңеүселәр үҙ программаларын тормошҡа ашырыу өсөн гранттар аласаҡ.  

Конкурсҡа материалдар Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 23-сө кабинет адресы буйынса ҡабул ителә.

Конкурс тураһында ентекле мәғлүмәт менән www.mmpsrb.ru сайтында «Йәштәр сәйәсәте» бүлегендә танышырға мөмкин. Телефон — 276-45-87.