Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Артюховтың ватан двигателдәр эшләү үҫешенә индергән өлөшө Үҙәк авиация моторҙар эшләү институтының миҙалы менән билдәләнде

Иҡтисад

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Артюховтың ватан двигателдәр эшләү үҫешенә индергән өлөшө «П.И. Баранов исемендәге Үҙәк авиация моторҙар эшләү институты» федераль дәүләт унитар предприятиеһы менән билдәләнде.

Үҙәк авиация моторҙар эшләү институтының Фәнни-техник советы президиумы ҡарары менән предприятие етәксеһе миҙал менән наградланды, тип хәбәр итә Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр идаралығы.

Александр Артюхов «Машиналар эшләүҙә иҡтисад, ойоштороу һәм идара» белгеслеге буйынса Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. Берекмәлә 1991 йылдан эшләй. 2006 йылдың мартынан «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын биләй. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть