Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабы старт алды

Йәмғиәт

Башҡортостанда бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабы старт алды. Унда республика мәктәптәренән 9-11 кластарҙағы 2800 уҡыусы ҡатнашасаҡ, тип күҙаллана. Был турала «Башинформ» агентлығына БР Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр. Уҙған йыл менән сағыштырғанда ҡатнашыусылар иҫәбенең күпкә артыуын билдәләргә кәрәк. 2010 йылда төбәк этабында 2328 уҡыусы белемен һәм һәләттәрен күрһәткән.

Олимпиадалар 21 предмет буйынса үтәсәк. Тәүге һынауҙар өс дисциплина – физика, технология һәм немец теле буйынса 13 ғинуарҙа үткән. Киләһе олимпиадалар 17-18 ғинуарҙа — биология һәм инглиз теле буйынса.

Төбәк этабы 5 февралдә астрономия, әҙәбиәт, физкультура, иҡтисад буйынса олимпиадалар менән тамамланасаҡ.

Яҙғыһын лайыҡлылар бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының йомғаҡлау этабында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары иҫәбе буйынса 2010 йылда республика илдең иң яҡшы ун төбәге исемлегенә инде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть