10 декабрь, Шәмбе

14 ғинуар 2011 йыл, 9:44

Президент Хакимиәтендә хаҡтар артыуы тирәләй хәлде тикшерҙеләр

автор: "Башинформ"

13 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә үткәрелгән республика махсус ведомство-ара комиссияһы ултырышында аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙарына хаҡтар артыуы менән бәйле хәлде тикшерҙеләр. Комиссия социаль продукттар, орлоҡтар, яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашламалар һәм аҙыҡ-түлек тәғәйенләнешендәге бер төркөм тауарҙар баҙары конъюнктураһына бәйле мәсьәләләр өсөн яуаплы.

Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының көндәлек мониторингы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2011 йылдың 11 көнөндә социаль мөһим аҙыҡ-түлек тауарҙарының хаҡы уртаса 1,5 процентҡа артты. Ә һыйыр ите, ҡарабойҙай, картуф, һуған һәм тары ярмаһы 9 процентҡа тиерлек ҡиммәтәйҙе.  

Ғинуарҙа дәүләт комитеты ҡулланыу баҙарында хаҡтарға контролде көсәйтте. Алыпһатарлыҡҡа юл ҡуймау өсөн бөтә милекселек формаһындағы сауҙа предприятиеларын даими тикшереү ойошторолдо.  

Тикшереү барышында хаҡтарға йоғонто яһауҙың яңы, һөҙөмтәлерәк механизмдарын эшкәртергә тәҡдим ителде, беренсе сиратта, был социаль мөһим тауарҙарға ҡағыла.

Ведомство-ара комиссия ағзаларына Башҡортостанда, Рәсәй һәм сит ил инвесторҙарын йәлеп итеп, ҙур күмәртә һәм матди-техник тәьминәт менән идара итеүсе үҙәктәр ойоштороу проектын эшкәртергә ҡушылды. Был республикаға Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек тауарҙары килтереү каналдарын юлға һалырға ярҙам итәсәк.

2011 йыл башынан энергия ресурстарына хаҡтар күтәрелде. Халыҡ өсөн газға хаҡтар 1 ғинуарҙан 5 процентҡа үҫте. Халыҡ өсөн электр энергияһы хаҡы 2011 йыл башынан 10 процентҡа артты һәм башҡа ҡиммәтәймәйәсәк, тип хәбәр итә республика Президенты матбуғат хеҙмәте.