8 декабрь, Кесе йома

13 ғинуар 2011 йыл, 18:00

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта предприятиелар һаны артты

автор: Тимур Рәхмәтуллин

2010 йылда республикала бәләкәй һәм урта бизнес предприятиелары һаны артыуы күҙәтелде. Был турала 13 ғинуарҙа БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың  Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты ултырышында Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Айҙар Хәлилов хәбәр итте.

— Хәҙер республикала 136 меңдән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары иҫәпләнә – 2009 йыл менән сағыштырғанда 228-гә күберәк, — тип билдәләне ул.

Чиновниктың һүҙҙәренә ҡарағанда, эшҡыуарҙар төбәк иҡтисади эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә бар. Бәләкәй бизнес өлкәһендә республиканың иҡтисади әүҙем халҡының өстән бер өлөштән ашыуы мәшғүл.  

— Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың тармаҡ структураһы ла үҙгәрҙе, — тип хәбәр итте Дәүләт комитеты рәйесе. – Сауҙа предприятиелары өлөшө 45 проценттан 25 процентҡа тиклем кәмене. Эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары – 12 проценттан  15-кә, ауыл хужалығы предприятиелары өлөшө 2 проценттан 14 процентҡа тиклем артты.