11 декабрь, Йәкшәмбе

13 ғинуар 2011 йыл, 17:59

Башҡортостан халҡы Яңы йыл каникулдарын йылыла үткәрҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһы Яңы йыл байрамдарында көйлө эшләне, етешһеҙлектәр ҡыҫҡа ваҡытта бөтөрөлдө.

Яңы йылдың тәүге ун көнөндә йылылыҡ һәм электр менән тәьмин итеү объекттарында дүртәр тапҡыр эш туҡталып торҙо. Бер авария күп фатирлы йортто һыу менән тәьмин итеүгә бәйле булды.  

Бар етешһеҙлектәр һәм тотҡарлыҡтар норматив менән билдәләнгән ваҡытта бөтөрөлдө, тип хәбәр итте  Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.