4 декабрь, Йәкшәмбе

13 ғинуар 2011 йыл, 17:13

Рәсәй матбуғаты көнөн Башҡортостан журналистары бассейнда билдәләйәсәк

автор: Любовь Колоколова

Рәсәй матбуғаты көнөн Башҡортостан журналистары «Юность» спорт-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендә асыҡ һауалағы бассейнда билдәләйәсәк.

Башҡортостан Журналистар союзы хәбәр итеүенсә, 14 ғинуарҙа 13 сәғәттә бында республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында йөҙөү буйынса ярыштар үтәсәк. Республика гәзиттәре һәм журналдарынан, телевидение, радио һәм «Башинформ» агентлығынан биш команда сығарыу күҙаллана. Һәр командала бишәр кеше булырға тейеш — өс ир-егет һәм ике ҡатын-ҡыҙ.

Журналистар шәхси иҫәптә һәм команда эстафетаһында ярышасаҡ.