Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө трикотаж фабрикаһында бөтә донъя кимәлендәге продукция сығарасаҡтар

Иҡтисад

Өфө трикотаж фабрикаһы өсөн яңы йыл глобаль үҙгәрештәрҙән башланды. Бында производство корпусында Германияның Stoll фирмаһының унынсы класлы  яңы ун ике бәйләү машинаһы урынлаштырыла.

Яңы ҡорамал элеккеләренән ептәрҙе ишеүҙә киңерәк мөмкинлектәргә эйә булыуы менән айырылып тора. Бында етештерелгән юғары сифатлы, төрлө нәфис биҙәкле туҡыма Италияның Calvin Klein һәм Chanel фирмалары трикотажынан һис тә ҡалышмаясаҡ.

— Яңы ҡорамалды индереү етештереүҙе ике тапҡырға тиерлек арттырырға мөмкинлек бирәсәк, — ти «Өфө трикотаж фабрикаһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте производство етәксеһе Лилиә Ҡәйүмова. – Тимәк, беҙ продукциябыҙ ассортиментын да ярайһы уҡ киңәйтәсәкбеҙ.

Бынан тыш, Өфө трикотаж фабрикаһында яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Тегенселәр һәм бәйләүселәр йыя башланылар ҙа инде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть