Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан башлығы блогтар уҙышында Президент вәкиленән алда бара

Сәйәсәт

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2010 йылда Рәсәйҙең иң популяр блогерҙары иҫәбенә инде. «Йәнле журнал»дағы уның бите цитаталар килтереү буйынса Рәсәй Президентының Үҙәк федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Георгий Полтавченко, Астрахань өлкәһе губернаторы Александр Жилкин, Киров өлкәһе Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Мария Гайдар һәм башҡа ҙур сәйәси эшмәкәрҙәр блогтарынан алда бара. Был мәғлүмәттәрҙе «Медиалогия» компанияһы килтерә.

Күп кенә күренекле сәхнә кешеләре лә Рөстәм Хәмитовтан ярайһы уҡ ҡалыша. Мәҫәлән, билдәле актер һәм драматург Евгений Гришковец һәм популяр телевизион тапшырыуҙар алып барыусы Тина Канделаки.

Рәсәй блогерҙары лидеры – ил Президенты Дмитрий Медведев. Ул йәмәғәт эшмәкәре Алексей Навальныйҙан күпкә алда бара. Өсөнсө урынды Тверь өлкәһе губернаторы Дмитрий Зеленин яуланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть