11 декабрь, Йәкшәмбе

13 ғинуар 2011 йыл, 14:51

Эшҡыуарҙарға күсемһеҙ милекте һатып алыу ваҡытын ете йылға тиклем оҙайталар

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре ҡуртымға алынған, дәүләт һәм муниципаль милекселектә торған милекте һатып алыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡты ғәмәлгә ашырғанда, уның хаҡын ете йыл буйына бүлеп түләй алалар. Быға ҡағылышлы закон проектын БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары кесе йома көнө Бюджет, һалым, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет ултырышында ҡараны һәм хупланы.  

Ғәмәлдәге закондарға ярашлы, бүлеп түләү срогы өс йылдан ашмаҫҡа тейеш. Закон проекты менән шулай уҡ һатып алынған бина майҙанын бер меңдән ике мең квадрат метрға тиклем арттырыу ҡарала. Законды ҡабул итеү республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн күпкә уңайлыраҡ шарттар булдырыр, тип күҙаллана.

Закон проекты БР Дәүләт Йыйылышы ултырышында икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡараласаҡ.