10 декабрь, Шәмбе

13 ғинуар 2011 йыл, 13:19

Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһына Федераль именлек хеҙмәте вәкиле инде

автор: Евгений Рәхимҡолов

Федераль именлек хеҙмәте һәм башҡа территориаль власть органдары хеҙмәткәрҙәре хәҙер Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы Коллегияһы составына инә ала. Был турала закон проектын БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары кесе йома көнө Бюджет, һалым, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет ултырышында хуплап сыҡты.

— Ғәмәлдәге «БР Контроль-иҫәп палатаһы тураһында»ғы законға ярашлы, Палата Коллегияһына республика власть органдары вәкилдәре инә, — тип хәлде аңлатты Комитет рәйесе Лев Бакусов. – Ләкин шарттар Коллегия составына урындарҙағы федераль власть органдары вәкилдәре лә инеүен талап итә. Күптән түгел, мәҫәлән, Коллегияға Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы өлкән офицерҙарының береһен индерергә ҡарар ителде. Был үҙгәртеү закон менән нығытылырға тейеш.  

БР Дәүләт Йыйылышының яҡын араларҙағы ултырыштарының береһендә закон проекты беренсе уҡыуҙа һәм тотош ҡараласаҡ.