Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.49 ↓

EUR 63.17 ↑

23 май, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Затон» ярҙамсы станцияһы файҙаланыуға тапшырылды

Иҡтисад

Кесаҙна, 30 декабрҙә, Өфөлә «Затон» ярҙамсы станцияһы файҙаланыуға тапшырылды. Шуның менән «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иң эре инвестиция проекттарының береһе тормошҡа ашырылды.

Энергетиктар билдәләүенсә, ярҙамсы станцияны асыу күптән көтөлгән ваҡиға. Был объект бик күп мөһим проблемаларҙы хәл итергә тейеш, сөнки Өфөнөң көньяҡ өлөшө энергияны күпләп талап итә, «Затон» ярҙамсы станцияһы уны өҫтәмә һуғарасаҡ. Был подстанцияға ҙур өмөттәр бағлана, сөнки Затонда төҙөлөштө арттырыу планлаштырыла.

— Ярҙамсы станция асылыуы – бөтә республика өсөн үҙенсәлекле ваҡиға, – тине «Башҡортостан селтәр компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рөстәм Тереғолов. – Уны төҙөү хаҡында ҡарар 2007 йылда уҡ ҡабул ителде. 2009 йылдың октябрендә тәүге сираты эшкә ҡушылды. Әле ике автотрансформатор эшләп тора.

Рөстәм Тереғолов әйтеүенсә, подстанцияның төп бурысы – Өфөлә энергияны һаҡлауҙы һәм уның ышаныслылығын арттырыу. Яҡын-тирәләге райондар сифатлы электр энергияһы менән тәьмин ителәсәк. Шулай уҡ яңы ҡулланыусыларҙы ла тоташтырыу мөмкинлеге тыуасаҡ.

«Затон» подстанцияһы Ағиҙел йылғаһы ярында Затон биҫтәһе ситендә урынлашҡан. Ул 220 кВт селтәренән Өфө энергетика узелының 110 кВт селтәренә өҫтәмә ҡеүәттәр бирәсәк. Бынан тыш, ярҙамсы станция үҙ эргәһендәге эре ҡулланыусыларҙы 10 кВт линиялары буйынса туранан-тура һуғарасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть