9 декабрь, Йома

13 ғинуар 2011 йыл, 11:56

Борис Мелкоедов матбуғат хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

автор: "Башинформ"

Бөгөн Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә. Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов матбуғат хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

«Хөрмәтле коллегалар!

Республика, ҡала һәм район гәзиттәре, журналдары коллективтарын Рәсәй матбуғаты көнө менән Башҡортостан Республикаһының Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы исеменән ысын күңелдән ҡотлайым!

Хәҙерге көндә киң мәғлүмәт саралары тормошобоҙҙа мөһим роль уйнай. Һеҙҙең йәмғиәт алдында яуаплылығығыҙ ҙур. Һеҙ дөрөҫ һәм оператив мәғлүмәттәр сығанағы булып тораһығыҙ, йәмәғәт фекерен булдырыуға булышлыҡ итәһегеҙ. Дәүләт баҫмалары республика халҡының даими дуҫы һәм әңгәмәләшеүсеһе.

Һеҙҙең гәзит биттәрендә һәр ваҡыт республиканың социаль, иҡтисади һәм мәҙәни тормошо тураһында яңылыҡтар, ҡала һәм ауыл халҡының уңыштары һәм уларҙы борсоған һорауҙар яҡтыртылыуына беҙ бик шатбыҙ. Бында юғары профессиональ журналистарҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Һеҙгә һәм һеҙҙең коллективҡа ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхеттәр һәм ижади уңыштар теләйем! Үҙегеҙҙең барлыҡ көсөгөҙҙө һәм ваҡытығыҙҙы биреп башҡарған эшегеҙ сәскә атһын!»