Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Мәсетле районы ауылдарында халыҡ йыйылыштары үтәсәк

Сәйәсәт

Мәсетле районында граждандарҙың дөйөм йыйылыштары башлана. Ғинуар-февралдә улар барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә үтәсәк. Шундай инициатива менән сығыш яһаны Мәсетле районы муниципаль район хакимиәте.  

Дөйөм йыйылыштарҙа муниципаль район Советы вәкилдәре, район хакимиәте етәкселеге 2010 йылдағы эштәргә отчет яһаясаҡ, мәсетлеләрҙең һорауҙарына яуап бирәсәк. Тораҡ пункттар старосталары урындарҙа хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙе билдәләйәсәк. Район етәкселегенең һәр ауыл биләмәһенә килеүе урындағы властың район халҡы менән диалогын яйға һалырға, бөтә «ауыртҡан урындарҙы» асыҡларға ярҙам итәсәк.

Бындай тәүге йыйылыш 19 ғинуарҙа Абдулла ауыл советы ауыл биләмәһендә үтәсәк, ауыл халҡы йыйылыштарын 2 мартта Оло Аҡа ауыл советы тамамлаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть