8 декабрь, Кесе йома

13 ғинуар 2011 йыл, 10:33

Башҡортостанда ике ауыл советы үҙенең «резиденцияһын» алмаштырасаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостандың Күгәрсен районында ике ауыл советы тиҙҙән үҙенең хакимиәт үҙәген алмаштырасаҡ. Тейешле закон проектын шаршамбы көндө Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитет ултырышында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары хупланы. Новопетровское ауыл советы — Сәйетҡолға, ә Теләүембәт ауыл советы Тәүәкән ауылына күсәсәк, тип күҙаллана.

Комитет рәйесе Рөстәм Күзбәков һүҙҙәренсә, ауыл советы «резиденцияларын» күсереү инициативаһы менән депутаттарға Күгәрсен районы хакимиәте мөрәжәғәт иткән. Күсеү кәрәклеге ауыл советтары күсәсәк ауылдарҙа эш өсөн уңайлыраҡ шарттар тыуҙырылыуы менән аңлатыла.  

— Урындағы халыҡ хакимиәт үҙәктәрен күсереүгә бәйле бер ниндәй ҙә ризаһыҙлыҡ белдермәне, — ти Рөстәм Күзбәков. — Закон проектын тикшереүгә сығарыу менән бәйле район халҡынан бер ялыу ҙа килмәне. Бынан тыш, икенсе ауылға күсеү кадрҙар һайлау менән ауырлыҡтар тыуҙырмаясаҡ. Ауыл советтары хеҙмәткәрҙәре тулы составта йәшәгән урынын алмаштырырға әҙер.

Был закон проекты беренсе уҡыуҙа тикшереүҙе үтте һәм икенсе тапҡыр ҡараласаҡ.