6 декабрь, Шишәмбе

13 ғинуар 2011 йыл, 10:20

Бөтөрөлгән наркокартель айына 1,5 миллион доллар табыш алған

автор: Ольга Мортазина

Бер нисә үҙәк мәғлүмәт агентлыҡтары һәм баҫмалары, федераль наркоконтроль башлығы Виктор Ивановҡа һылтанып, 1 ғинуарҙа (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 3 ғинуарҙа) Башҡортостанда ҙур наркокартелдең юҡҡа сығарылыуы хаҡында хәбәр итә. Был операция, ти Иванов, ведомство тарихында иң ҙуры булып тора — 93 кеше ҡулға алынды. Енәйәтселәр төркөмөндә бөтәһе 200-ләп ағза булған, наркотиктар һатыуҙан айлыҡ табыш 1,5 миллион  доллар тәшкил иткән.

Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтендә, был операция ҡырғыҙ трафигын юҡҡа сығарыуҙың сираттағы, ихтимал, һуңғы этабы булғандыр, тип аңлаттылар. Башҡортостанда операцияның беренсе өлөшө 2010 йылдың июль аҙағында үткәрелгәйне. «Башинформ» был турала 2 августа хәбәр иткәйне: http://www.bashinform.ru/news/290028/.

темалар: наркотиктар