Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: “Һәр тау саңғыһы курортында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе булырға тейеш”

Йәмғиәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала тау саңғыһы буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре булдырыу инициативаһы менән сығыш яһаны. Был мәктәптәрҙе эшләп килеүсе «Абҙаҡ», «Яҡтыкүл», «Ҡандракүл» һәм «Өйәҙетау» (Октябрьский ҡалаһы) тау саңғыһы курорттары базаһында асыу планлаштырыла.

«Башҡортостандың барлыҡ тау саңғыһы курорттарында тау саңғыһы мәктәптәре эшләргә тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бөтә донъяла шулай ҡабул ителгән, һәм был чемпиондарҙы тәрбиәләү өсөн нигеҙ булып тора. Район етәкселәре был маҡсаттарға сисенеп-кейенеү өсөн тәғәйенләнгән биналар бүлергә вәғәҙә итте. Ә беҙҙең бурыс — бындай мәктәптәрҙе ойоштороу, саңғы, кәрәк-яраҡтар һатып алыу өсөн аҡса табыу».

Рөстәм Хәмитов, Башҡортостандың яҡшы йыһазландырылған тау саңғыһы курорттарына туристар илебеҙҙең һәр тарафтарынан килә, ә республикала йәшәүсе балалар унда бара алмай, тип билдәләне. Мәҫәлән, “Абҙаҡ”та 150-гә яҡын үҫмер шөғөлләнә, ләкин күрше ауылдарҙағы 250-гә яҡын баланың бындай мөмкинлеге юҡ.

«Мин Башҡортостан Президентының республикала тау саңғыһы мәктәптәре ойоштороу тураһындағы башланғысын хуплайым, — тине Рәсәйҙең Тау саңғыһы һәм сноуборд федерацияһы президенты Светлана Гладышева. — Спортҡа кесе йәштән нигеҙ һалына. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре — буласаҡ чемпиондар шөғөлләнгән урын.  Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр тау саңғыһы мәктәптәре ойоштороуҙа методик ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть