10 декабрь, Шәмбе

12 ғинуар 2011 йыл, 17:28

Башҡортостанда Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына тәҡдим итеүгә ғаризалар ҡабул ителә башланы

автор: Эльмира Сабирова

РБ Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим итеүгә эштәр ҡабул итеү тураһында иғлан итте.  

РБ Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан аныҡлауҙарынса, әҙәбиәт өлкәһендәге әҫәрҙәр – матбуғатта баҫылып сыҡҡандан һуң, музыка, театр, һынлы сәнғәт, хореография, эстрада һәм цирк сәнғәте, дизайн, кино һәм телевидение өлкәһендәге әҫәрҙәр концерттарҙа, күргәҙмәләрҙә, театрҙар һәм кинотеатрҙарҙағы премьераларҙа, радио һәм телевидение аша халыҡҡа сығарылып, йәмәғәтселек танышҡандан һуң, архитектура өлкәһендә объекттар файҙаланыуға тапшырылғандан һуң ғына премияға тәҡдим итеүгә күрһәтелә ала.

Ижади йәки башҡа төрлө коллективтар күрһәтелгәндә, дәғүә итеүселәр иҫәбе 16-35 йәштәрҙәге биш кешенән артмаҫҡа тейеш. Премия күләме элеккесә ҡалған, ул 50 мең һум тәшкил итә.  

Материалдар 2011 йылдың 1 апреленә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450000, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 24-се кабинет, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының йәштәр ойошмалары менән эшләү бүлеге. Белешмәләр өсөн телефон:(347) 276-45-87.