Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.96 ↑

EUR 61.38 ↓

1 март, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда Электрон таможня декларация үткәреү үҙәге эшләй башланы

Иҡтисад

12 ғинуарҙа Башҡортостан таможняһында “Башнефтьхимзавод”тың бөтөрөлгән таможня посы базаһында Электрон декларация үткәреү үҙәге эшләй башланы.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был яңы, махсус һәм әлегә Волга буйы таможня идаралығында берҙән-бер үҙәк, уның бурысы – тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә ҡатнашыусыларҙы интернет ҡулланып электрон теркәү һәм электрон теркәү технологияһын артабан үҫтереү.  Үҙәктең эшмәкәрлек зонаһы – бөтә Волга буйы федераль округы.

Рәсәй Федераль таможня хеҙмәтендә иҫәпләүҙәренсә, Башҡортостан үҙәгенең эше Волга буйы таможня идаралығының башҡа таможняларында индереү өсөн нигеҙ булып торорға тейеш. Киләсәктә интернет аша бирелгән декларацияны төбәктең һәр Электрон декларация үткәреү үҙәгендә теркәргә мөмкин буласаҡ. Бының менән «электрон таможня» булдырыуға киләһе аҙым яһаласаҡ.

Әйтергә кәрәк, «Рәсәй Федерацияһында таможня көйләүе тураһында» Федераль законға ярашлы, илдең бөтә таможня органдары 2014 йылдың 1 ғинуарынан ҡағыҙһыҙ технологияға – электрон декларация үткәреүгә күсергә тейеш.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть