8 декабрь, Кесе йома

12 ғинуар 2011 йыл, 16:16

Стәрлетамаҡтың коммерция күсемһеҙ милек баҙары былтыр тотороҡло булды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостандың ҙурлығы буйынса икенсе ҡалаһы — Стәрлетамаҡта 2010 йылда коммерция күсемһеҙ милек баҙарында хәл артыҡ үҙгәрмәне. Былтыр дүртенсе кварталда производство-склад күсемһеҙ милке секторында хаҡтар һәм ҡуртым ставкаларының бик аҙға ғына кәмеүе күҙәтелде.

Күсемһеҙ милек буйынса «Азимут» Берҙәм мәғлүмәт хеҙмәте аналитигы Екатерина Иманғолова хәбәр итеүенсә, баҙарҙың иң үҫешкән сегменты булып сауҙа күсемһеҙ милке ҡала. Уға ҡуртым буйынса тәҡдимдәрҙең 42 проценттан ашыуы һәм һатыу буйынса тәҡдимдәрҙең 50 проценттан ашыуы тура килә.

Стәрлетамаҡта коммерция күсемһеҙ милек объекттарының һәр квадрат метры өсөн уртаса хаҡ ете меңдән 30,5 мең һумға тиклем етә. Ә уртаса ҡуртым ставкалары – һәр квадрат метры өсөн 120 һумдан 300 һумға тиклем.