Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса икенсе түңәрәк өҫтәл үтәсәк

Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостанда мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү проблемалары буйынса икенсе түңәрәк өҫтәл үткәреләсәк. Ул 21 ғинуарға тәғәйенләнгән. Был юлы һөйләшеүҙә рәссамдар һәм мәғариф системаһы вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Был турала «Йәнле журнал»дағы үҙ блогында сара инициаторы, Башҡортостан Республикаһы Президентының мәҙәниәт буйынса советнигы Олег Кирәев хәбәр итә.

«Республикабыҙҙы ысын мәғәнәһендә мәҙәниәтле итә алабыҙ, тип уйлайым. Бының өсөн бөтә тәүшарттар һәм һеҙҙең менән беҙҙең теләгебеҙ бар — тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит…

Беренсе түңәрәк өҫтәлдең ыңғай тәжрибәһен һәм яйға һалынған эш принциптарын иҫәпкә алып, беҙ ошо ултырышта уҡ булған проблемаларҙы күтәрә һәм тикшерә, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй алабыҙ, тип уйлайым», — тип яҙа ул.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть