7 декабрь, Шаршамбы

12 ғинуар 2011 йыл, 15:27

Баланы уллыҡҡа алғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие тураһында закон проекты

автор: Марина Шумилова

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты яҙғы сессияһын «Башҡортостан Республикаһында баланы (балаларҙы) уллыҡҡа алған граждандарға бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата пособие тураһында» закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡарау менән башланы.

Комитеттың 12 ғинуарҙа үткәрелгән быйылғы тәүге ултырышында депутаттар парламентҡа республика Хөкүмәте тарафынан индерелгән «Башҡортостан Республикаһында баланы (балаларҙы) уллыҡҡа алған граждандарға бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата пособие тураһында» закон проектын ҡараны. Закон проекты уллыҡҡа алыу процесын әүҙем дәртләндереү, уллыҡҡа алынған балаларға дәүләт ярҙамын көсәйтеү аша балаларҙың ғаиләлә лайыҡлы йәшәүгә хоҡуғын яҡлауға һәм социаль етемлекте иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.

Хәҙерге ваҡытта илдә балалары булған граждандарға дәүләт пособиеларының берҙәм системаһы булдырылған. Бындай пособие төрҙәренең береһе булып баланы ғаиләгә тәрбиәгә тапшырғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие тора. Бындай түләүҙәр федераль бюджеттан финанслана. Шуның менән бер рәттән Рәсәй Федерацияһының күп субъекттары баланы аҫрауға алыусы ғаиләләрҙең айырым категориялары өсөн бер тапҡыр  түләнә торған өҫтәмә төбәк пособиелары булдырҙы. Башлыса, баланы уллыҡҡа алыусы ғаиләләр өсөн. Бындай бер тапҡыр түләнә торған пособиеның күләме һиҙелерлек айырыла — уллыҡҡа алынған һәр бала өсөн 615 мең һумдан (Калининград өлкәһендә) — 100 мең (Пермь крайында һәм Ульяновск өлкәһендә) һәм 50 мең һумға (Киров өлкәһендә) тиклем.

«Башҡортостан Республикаһында баланы (балаларҙы) уллыҡҡа алған граждандарға бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата пособие тураһында» закон проекты һәр уллыҡҡа алынған балаға 256-сы «Балалары булған ғаиләләргә дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары тураһында» Федераль закон менән билдәләнгән әсәлек (ғаилә) капиталы күләмендә бер тапҡыр түләнә торған пособие һәм пособиены тәғәйенләү тәртибен билдәләй. Баланы уллыҡҡа алыусыға бер тапҡыр бирелә торған пособиены тәғәйенләү һәм түләү уллыҡҡа алғандан һуң ғәмәлгә ашырыла. Ике һәм унан күберәк баланы уллыҡҡа алғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие һәр балаға түләнә. Был средстволар уллыҡҡа алыусының ғаиләһенең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, баланы дауалауға, санатор-курорт сәләмәтләндереүгә йәки уға белем биреүгә тотонолорға мөмкин.  

Сығымдар республика бюджетынан финансланасаҡ. Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ултырышында закон проектын тәҡдим иткән БР мәғариф министры урынбаҫары Артур Суриндың һүҙҙәренә ҡарағанда, 2011 йылда был сығымдар 103 миллион 13 мең һум тәшкил итәсәк: уллыҡҡа алынған 300 балаға иҫәптән һәр балаға бер тапҡыр бирелә торған пособие индексация менән 343378 һум тәшкил итәсәк.