6 декабрь, Шишәмбе

12 ғинуар 2011 йыл, 12:51

Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке вице-премьеры Ирек Аблаев вафат булды

автор: "Башинформ"

11 ғинуарҙа  БР Премьер-министрының элекке урынбаҫары – Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Ирек Аблаев 65-се йәшендә ҡапыл вафат булды.

Ирек Йомабай улы 1946 йылдың 9 майында БАССР-ҙың Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1963 йылда Яңы Себенле һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы булып башлай. 1969 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итә. 1971 йылдан 1994 йылға тиклем СССР Дәүләт именлеге комитетында эшләй, 1994-1995 йылдарҙа республиканың именлек министры урынбаҫары вазифаһын биләй. 1995 йылда БР-ҙың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһына тәғәйенләнә.

Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Ирек Йомабай улы үҙен юғары профессионализмға һәм яуаплылыҡҡа эйә булған оҫта ойоштороусы итеп күрһәтте. Хеҙмәттәштәре уның эш һөйөүсәнлеген, компетентлығын, кешелек сифаттарын билдәләй. Тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһында ул республика дәүләт власы органдарының федераль үҙәк менән хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә тос өлөш индерҙе.    

Ирек Аблаевтың күп йыллыҡ уңышлы эшмәкәрлеге лайыҡлы баһаланды. Ул «СССР Ҡораллы Көстәренә 60 йыл», «СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл», өс дәрәжә «Намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалдары менән бүләкләнде, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Юғары профессионал, талантлы етәксе, тыйнаҡ һәм һоҡланғыс кеше – Ирек Йомабай улы Аблаев хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр, тиелә Р.З. Хәмитов, К.Б. Толкачев, Ә.Ә. Мәхмүтов, С.И. Афонин, Э.Ф. Исаев, Ю.Л. Пустовгаров, З.Й. Рәхмәтуллина, И.А. Тажетдинов, Ф.А. Ямалетдинов, А.Р. Ғәлләмов, С.Б. Ғүмәров, М.Ш. Мәһәҙиев, В.Н. Палагин, П.Р. Качкаев, Р.Р. Ишмөхәмәтов, И.Д. Кипкаев, А.С. Байсурин ҡул ҡуйған некрологта.

темалар: некролог