Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Нефтекама автозаводы ғинуарҙа 50 автобус етештерергә планлаштыра

Иҡтисад

Быйыл ғинуарҙа «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 50 автобус етештереүҙе планлаштыра — уҙған йылдың ғинуарына ҡарағанда был 20 процентҡа күберәк.

Иң юғары үҫеш йыл башында автосамосвалдар производствоһында көтөлә. Ғинуарҙың 15 эш көнөндә 838 машина сығарыласаҡ — 2010 йылдың беренсе айына ҡарағанда был 2,5 тапҡырға күберәк.

«НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, предприятиеның бөтә производстволары ла әле ике сменалы режимда эшләй. Продукция сығарыу күләменең аҡсалата ҡиммәте ғинуарҙа 550 миллион һум тәшкил итә, был үткән йылдың ғинуарындағы күрһәткестән ике тапҡырға юғарыраҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть