4 декабрь, Йәкшәмбе

12 ғинуар 2011 йыл, 11:42

Дәүләт Думаһы БДИ-ға кеҫә телефоны менән килеүҙе тыйҙы

автор: Эльмира Сабирова

РФ Дәүләт Думаһы депутаттары шишәмбе көнө, 11 ғинуарҙа, берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған ваҡытта кеҫә телефондарын файҙаланыуҙы рөхсәт итмәү өсөн тауыш бирҙе.

— Элекке йылдарҙа берҙәм дәүләт имтиханы тапшырған ваҡытта кеҫә телефоны менән файҙаланыу тыйыла ине, яңы ҡағиҙәләргә ярашлы кеҫә телефонын хатта үҙең менән индереү тыйыла. Яңылыҡ барыһына ла ҡағыла – БДИ тапшырыусыларҙан алып имтихан үткәреү пункты етәкселәренә тиклем, — тип аныҡлап үтте БР Мәғариф министрлығының белем сифатын баһалау һәм БДИ бүлеге начальнигы Зәкий Мырҙағәлин. – Был сараны кәрәкле тип иҫәпләйем, сөнки элек берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар имтиханға бер юлы бер нисә телефон алып инә алды һәм уның менән файҙаланыу мөмкинлеген көтөп ултырҙы. Хатта бер кешенән алты телефон тартып алған осраҡтар булды. Балаларҙың белемен дөрөҫ баһаламау һөҙөмтәләре бына шунан килеп сыға ла инде.    

Шулай уҡ кеҫә телефондары менән файҙаланыу берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытында ғына түгел, мәктәп олимпиадалары һәм юғары уҡыу йортона инеү имтихандары тапшырғанда ла тыйыласаҡ.  

темалар: мәғариф, БДИ