8 декабрь, Кесе йома

12 ғинуар 2011 йыл, 11:01

ПромТрансБанктың яңы бүлексәһе асылды

автор: Любовь Колоколова

Яңы, 2011 йыл алдынан ПромТрансБанк Өфө халҡына бүләк итеп яңы «Меркурий» бүлексәһен асты, ул «Меркурий» сауҙа үҙәге биләмәһендә урынлашҡан (Колхоз баҙары).

Бында валютала операциялар башҡарырға, кредит йәки аҡса һалыуға, коммуналь һәм башҡа төрлө түләүҙәргә бәйле эштәрҙе хәл итергә мөмкин. Юридик шәхестәр ҙә был бүлексә хеҙмәттәренән файҙалана ала.  

Банк хеҙмәткәрҙәре ПромТрансБанктың бөтә бүлексәләрендә лә клиенттарын ҡабул итергә әҙер һәм уларға уңайлы һәм оператив хеҙмәтләндереү тәҡдим итә.