11 декабрь, Йәкшәмбе

12 ғинуар 2011 йыл, 10:38

2010 йылдың һуңғы ике айында Өфөлә фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы дүрт процентҡа күтәрелде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Үткән йылдың ноябрь-декабрендә Өфөлә фатирҙы ҡуртымға биреү хаҡы дүрт процентҡа артты. Бөтә төрҙәге фатирҙар буйынса хаҡтар айына уртаса 12580 һум тәшкил итте.

Фатирҙарҙы ҡуртымға биреү буйынса иң ныҡ күтәрелгән хаҡтар бер бүлмәлеләргә тура килә – 7,9 процент (11136 һум). Өс бүлмәлеләргә хаҡтар дүрт процентҡа күтәрелде (15500 һум). Ә ике бүлмәле фатирҙарға ҡуртым ставкаһы 0,1 процентҡа төшөп, 13300 һум тәшкил итте.

Элиталы фатирҙарҙы ҡуртымға алыу хаҡы — айына 13 — 100 мең һум диапазонында.    

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанова әйтеүенсә, ҡуртым ставкаһы буйынса алдынғы урында – ҡала үҙәге. Бында фатирҙы айына 10 меңдән 19 меңгә тиклем ҡуртымға алырға мөмкин. Сипайлово биҫтәһе икенсе урында тора (хаҡтар диапазоны ун меңдән 18 мең һумға тиклем). Октябрь проспектындағы фатир өсөн туғыҙ меңдән 16 меңгә тиклем һорайҙар.