10 декабрь, Шәмбе

12 ғинуар 2011 йыл, 9:50

Башҡортостанда дизель яғыулығына хаҡ артты

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

«Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең автозаправкалау станцияларында һатылған «Евро» стандартындағы дизель яғыулығы хаҡы 2011 йылдың 3 ғинуарынан 2,97 процентҡа артты. Был турала «Башинформ» агентлығына компанияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Хәҙер был яғыулыҡтың хаҡы литрына 24,3 һум тәшкил итә.

Яңы хаҡтар индереүҙе дизель яғыулығына баҙар хаҡтарының артыуы менән бәйләйҙәр. Шул уҡ мәлдә «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең автозаправкалау станцияларында бензинға хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалды, тип билдәләй компанияның матбуғат хеҙмәте.  

темалар: хаҡтар