10 декабрь, Шәмбе

12 ғинуар 2011 йыл, 9:40

Башҡортостанда «Ирәмәл» тәбиғәт паркы булдырыласаҡ

автор: Светлана Ғәфүрова

2011 йылда Башҡортостан Республикаһының Белорет һәм Учалы райондары территорияһында яңы «Ирәмәл» тәбиғәт паркы барлыҡҡа киләсәк.

Был паркты ойоштороу тураһында мәсьәлә бер нисә тиҫтә йылдар элек үк ҡуҙғатылды. Республиканың милли ҡаҙанышы — легендар Ирәмәл тауы үҙенең популярлығы арҡаһында антропоген йоғонтоға дусар ителде. Ҡыҙыл китапҡа ингән күп үҫемлектәр тулыһынса юҡ ителеү ҡурҡынысы аҫтында ҡалды. Тау тирәләй вездеходтар менән йөрөү үҙенсәлекле тундра мүктәрен юҡҡа сығарҙы, үҫемлектәргә зыян килтерҙе. Тау һәм уның тирә-яғы сүп-сар һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына күмелде.  

Республика йәмәғәтселеге уникаль тәбиғәт объектының катастрофа сигенә етеүенә властарҙың иғтибарын йәлеп итеүгә байтаҡ көс һалды.

31 декабрҙә, 2010 йылдың һуңғы көнөндә, БР Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «Ирәмәл» тәбиғәт паркы дәүләт бюджет учреждениеһын ойоштороу тураһында» 524-се ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Парк «Айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары тураһында» Федераль законға, «Башҡортостан Республикаһында айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы булдырыла.  

«Ирәмәл» тәбиғәт паркы БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағына тапшырыла.  

БР Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, министрлыҡҡа парк булдырыуға бәйле ойоштороу сараларын тормошҡа ашырырға ҡушылды. Рөхсәт ителгән хеҙмәткәрҙәр һаны 21 штат берәмеге иҫәбендә билдәләнде.

Республика Хөкүмәте БР Урман хужалығы министрлығына Белорет, Тирлән һәм Учалы лесничестволарындағы “Ирәмәл” тәбиғәт паркы сиктәрендә урынлашҡан, дөйөм майҙаны 49338 гектар булған урман участкаларын учреждениеға сикләнмәгән ваҡытҡа даими файҙаланыуға тапшырырға күрһәтмә бирҙе.