3 декабрь, Шәмбе

12 ғинуар 2011 йыл, 9:06

Калинин районы халҡы Өфөнөң иң «тынғыһыҙ» граждандары булып сыҡты

автор: Евгений Рәхимҡолов

Калинин районы граждандары 2010 йылда Өфөнөң иң «тынғыһыҙ» халҡы булып сыҡты. Мэрияның «ҡыҙыу пейджерына» иң күп мөрәжәғәт тап уларҙан килгән – 510 шылтыратыу. Шундай мәғлүмәт бирҙе шишәмбе көндө ҡала башлығы ҡатнашлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Раил Мөхәмәтов.  

Мөрәжәғәт иҫәбе буйынса Орджоникидзе районы икенсе урында – 469. Ә иң әҙ шылтыратыу Дим районынан килгән – ни бары 48.

«Башинформ» агентлығына ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өфөлөләр өсөн торлаҡ йорттарға ремонт һәм уларҙы тейешле хәлдә тотоу көнүҙәк тема булып ҡала. Шылтыратыуҙарҙың байтаҡ өлөшө тап ошо мәсьәләгә ҡайтып ҡала. Шулай уҡ кешеләрҙе ихаталарҙы төҙөкләндереү, пассажирҙар ташыу сифаты, йәмәғәт тәртибен һаҡлау һәм ҡалалағы юлдар торошо мәсьәләһе борсой.

Ғәҙәттәгесә пенсионерҙар ҙур әүҙемлек күрһәтте. Тап улар ҡала властарына ялыуҙар һәм тәҡдимдәр менән йышыраҡ мөрәжәғәт итә. Шуның менән бергә, Раил Мөхәмәтов билдәләүенсә, «ҡыҙыу пейджер»ға шылтыратыуҙарҙың тотороҡло артыуы күҙәтелә. 2010 йылда уларҙың иҫәбе 2177-гә еткән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда был 700-гә күберәк.