8 декабрь, Кесе йома

11 ғинуар 2011 йыл, 18:22

Башҡортостанда быйыл ике миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡты сафҡа индереү планлаштырыла

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда ағымдағы йылда 2,1 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү планлаштырыла. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә 730 мең квадрат метр торлаҡ майҙанын файҙаланыуға тапшырыу билдәләнгән, Нефтекамала – 82 мең квадрат метр, Стәрлетамаҡта – 51700 квадрат метр, Салауатта – 41 мең квадрат метр.

2011 йылға тулы план менән, gosstroy.bashkortostan.ru/imat_detail.php?ID=631 һылтанмаһына күсеп, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылда республикала бер ярым миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде.

темалар: төҙөлөш, торлаҡ