Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Мартта Мәскәүҙә Халыҡ-ара инновацион торлаҡ проекттары форумы үтәсәк

Иҡтисад

1-2 мартта Мәскәүҙә Халыҡ-ара инновацион торлаҡ проекттары форумы үткәреләсәк. Уның төп маҡсаты Рәсәй торлаҡ баҙарының конкуренцияға һәләтлелеген күтәреүгә һәм торлаҡты үҫтереү инновацион проекттарының халыҡ-ара смотрын үткәреүгә ҡайтып ҡала.  

Форум программаһында пленар ултырыш, түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү, йорт өсөн инженер ҡорамалдар, материалдар һәм инновацион технологиялар халыҡ-ара махсус күргәҙмәһен ойоштороу ҡарала.  

Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сарала дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Рәсәйҙең профилле министрлыҡтар һәм ведомстволары вәкилдәре, Рәсәй Федерацияһы субъекттары һәм сит илдәр эксперттары, аналитиктары, хакимиәт етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ форумда ҡатнашыуға Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе һәм төҙөлөш тармағы предприятиелары һәм ойошмалары вәкилдәре саҡырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть