6 декабрь, Шишәмбе

11 ғинуар 2011 йыл, 16:20

НефАЗ ғинуарҙың тәүге көндәренән эш менән тәьмин ителде

автор: Любовь Колоколова

Оҙайлы Яңы йыл каникулдары үткәс тә «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә көсөргәнешле эш башлана. Яңы йылдың ғинуарына ҡулланыусыларҙан заказдар 550 миллион һумлыҡ — былтыр ғинуарҙағынан ике тапҡырға күберәк — тәшкил итә. Тимәк, НефАЗ хеҙмәткәрҙәренә илке-һалҡы йөрөргә тура килмәйәсәк — производство планын үтәргә кәрәк.

«НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләүселәр быға бик шат – йылды яҡшы башлау артабан да тотороҡло эш вәғәҙә итә бит. «НефАЗ» предприятиеһында билдәләүҙәренсә, 2010 йыл йомғаҡтары буйынса тауарлыҡлы продукция һатыу күләме 2009 йыл кимәленән өстән бер өлөшкә артығыраҡ. Аҡсалата сағылышта был күрһәткес 6,4 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.