Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Йәш ғалимдар сит илдә стажировка үтәсәк

Йәмғиәт

Башҡортостандың Йәш ғалимдар союзы 2011 йылда AIESEC халыҡ-ара йәштәр ойошмаһы төбәк бүлексәһенең халыҡ-ара программаларҙа ҡатнашыу тураһында тәҡдимен хупланы.    

Стажировкалар түбәндәге йүнәлештәр буйынса үткәрелә: иҡтисад, идара итеү, мәғариф өлкәһендә, шулай уҡ социаль һәм техник программалар буйынса.  

Уларҙа һуңғы курс студенттары һәм эш тәжрибәһенә эйә булған һәм инглиз телен белгән белгестәр ҡатнаша ала. Һәр ҡатнашыусыға халыҡ-ара стажировкаға барыу өсөн кәрәкле тәжрибәне һәм уның мотивацияһын билдәләйәсәк һайлап алыу этаптарын үтергә кәрәк буласаҡ. Бынан һуң кандидат уҡыу һәм үҙе стажировка үтәсәк ойошма менән танышыу осорон үтәсәк. Халыҡ-ара тәжрибәгә эйә булыу өсөн донъяның 107 иленең береһенә барырға мөмкин.  

Халыҡ-ара стажировкалар программаһы йәш ғалимдарға Рәсәйҙә эшләгәндә уңышлы ҡулланырға мөмкин булған сит ил методикаһын һәм тәжрибәһен өйрәнергә ярҙам итәсәк.  

AIESEC – ул йәмғиәтте үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереү маҡсатында үҙ потенциалын асырға һәм үҫтерергә мөмкинлек биреүсе иң ҙур халыҡ-ара студенттар ойошмаһы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть