10 декабрь, Шәмбе

11 ғинуар 2011 йыл, 15:11

Эшҡыуарҙар хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүҙә дифференциацияны күҙәтергә тейеш

автор: Любовь Колоколова

2011 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда минималь эш хаҡы 5500 һумдан кәм булмаҫҡа тейеш. Ошондай минималь эш хаҡы күләмен билдәләү тураһында Килешеү 2010 йылдың 24 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы, төбәктең эш биреүселәр берләшмәһе һәм Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан төҙөлдө.

Шуның менән бәйле БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы күләме билдәләгәндә юғары квалификациялы һәм түбән квалификациялы кадрҙарға эш хаҡы түләүҙә дифференциацияны күҙәтергә тәҡдим итә.