Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа торошонда киҫкен үҙгәрештәр көтөлмәй

Йәмғиәт

Ағымдағы аҙна аҙағына тиклем Башҡортостанда һауа торошо артыҡ үҙгәрмәйәсәк.  Республика буйынса башлыса яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Был турала «Башинформ» агентлығына Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте.

— Төнөн уртаса температура төбәктә минус 14-15 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ — минус 9-14, — тип билдәләне ул. – Төньяҡ-көнсығышта ғәҙәттәгесә һауығыраҡ буласаҡ. Көндөҙ термометр бағанаһы унда минус 19-ға тиклем төшәсәк, төндә 25-30 градус һыуыҡ буласаҡ.

Шулай уҡ айырым райондарҙа бер аҙ ҡар яуыуы ла ихтимал. Анна Козаева һүҙҙәренсә, Башҡортостанда һауа торошо ғинуарҙың икенсе яртыһында үҙгәрә башлаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть