6 декабрь, Шишәмбе

11 ғинуар 2011 йыл, 13:16

Төбәк башлығы замандан ярты быуатҡа артта ҡалған дауахана эше менән танышты

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов кесаҙнала Учалы үҙәк ҡала дауаханаһында булды. Уның техник торошо, ҡала халҡы һәм медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, теүәл ярты быуатҡа артта ҡалған.  

Дауахананың баш табибы Тимур Әбдрәшитов һүҙҙәренсә, медицина учреждениеһы 1967 йылда төҙөлгән. Һәм әлеге торошо буйынса бина үткән быуаттың 60-сы йылдарына тап килә. Ярылған стеналар һәм түбә арҡаһында бында пациенттар ҡабул итергә, операциялар үткәрергә ярамай. Ремонт иһә файҙаһыҙ, сөнки ул проблеманы хәл итмәйәсәк, ә билдәһеҙ ваҡытҡа кисектереп кенә торасаҡ.

Дауахана бинаһының насар торошта булыуынан тыш бында стационарҙа урын етмәүе лә ныҡ һиҙелә. Дауахана 19 мең кешегә иҫәп тотоп төҙөлгән. Бөгөн иһә был учреждение асылда 77 мең кешене хеҙмәтләндерә. Улар араһында Учалының, Учалы районының һәм эргә-тирәләге Силәбе өлкәһе ауылдарының халҡы ла бар.  

Рөстәм Хәмитов ҡабул итеү һәм травмотология бүлектәрен ҡарап сыҡты.

Республика Президентына әйтеүҙәренсә, ике йыл элек бында яңы терапия-хирургия корпусын төҙөргә ҡарар ителгән. Әлеге ваҡытта уның проекты әҙер, документ экспертизаға ебәрелгән. Бина төҙөлөшө быйыл башланыр, тип ышана Учалы районы хакимиәте һәм персонал. Был проектты тормошҡа ашырыуға 275 миллион һум самаһы аҡса талап ителә. Аҡса берлектә финанслау шарттарында бүленәсәк тип күҙаллана: средстволарҙың бер өлөшө – республика бюджетынан, бер өлөшө ҡала һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты тарафынан бүленәсәк. Терапия-хирургия корпусы төҙөлһә, хеҙмәтләндереләсәк халыҡ иҫәбе 20-30 меңгә артасаҡ.

Терапия-хирургия корпусы халыҡты тулы һәм сифатлы хеҙмәтләндереү өсөн кәрәк, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Уны бер йыл эсендә төҙөп булмаясаҡ, әлбиттә, әммә ике йылда яңы корпус һалырға мөмкин, тип иҫәпләй төбәк башлығы.