7 декабрь, Шаршамбы

11 ғинуар 2011 йыл, 12:43

Яңы йылда дәүләт һатып алыуҙары электрон сауҙа майҙандары аша алып барыласаҡ

автор: Светлана Ғәфүрова

2011 йылдың 1 ғинуарынан бөтә төбәк һәм муниципаль заказсылар дәүләт заказдарының төп күләмен электрон сауҙа майҙандарында электрон аукциондар үткәреү юлы менән урынлаштырырға тейеш. Федераль закондар талаптары шундай.  

Башҡортостанда заказсыларға һәм тәьмин итеүселәргә эшләүе уңайлы булһын өсөн электр сауҙа майҙансыҡтары вәкиллектәре асылған.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты Башҡортостан Республикаһы Президентының 2010 йылдың 4 авгусындағы Указы менән ойошторола. Был ваҡыт эсендә норматив база булдырылды, маҡсаттар һәм бурыстар, дәүләт заказдарын урынлаштырыу принциптары билдәләнде.

Властарҙың фекеренсә, үҙәкләштерелгән һатып алыуҙар ойоштороу бюджет средстволарын һөҙөмтәлерәк файҙаланырға, дәүләт һатып алыуҙары процедураһын асыҡ яһарға, был процестарҙы бойомға ашырғанда коррупцияға юл ҡуймаҫҡа булышлыҡ итәсәк.