Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Учалылағы яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексының "файҙаһыҙ хеҙмәткә” әйләнеүе бар

Сәйәсәт

Учалыла 2006 йылда һалына башлаған физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшөнөң файҙаһыҙ хеҙмәткә әйләнеүе ихтимал. Был объект төҙөлөшөндә 10 миллион һумға яҡын сумма үҙләштерелгән, әммә финанс средстволар етмәү сәбәпле бына ярты йыл инде эштәр туҡталып тора. Бында ике ҡаттың стеналары һалынған, коммуникацияларҙың бер өлөшө үткәрелгән.

Кесаҙнала был проблемалы объект менән республика Президенты Рөстәм Хәмитов танышты. Төбәк башлығы әйтеүенсә, әлегә стеналар эштәрҙе дауам итеү өсөн яраҡлы, әммә яҡын арала төҙөлөш дауам иттерелмәһә, объектты һүтеп, эште яңынан башларға тура киләсәк.

Төҙөлөштө тамамлау өсөн 52 миллион һум самаһы аҡса талап ителә. Шуларҙың 47 миллион һумын туранан-тура — төҙөлөшкә, ҡалғанын ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтеү күҙаллана. Район хакимиәте вәкилдәре әйтеүенсә, башта физкультура-һауыҡтырыу үҙәге төҙөлөшөн Силәбе өлкәһе фирмаһы алып барған, әммә Учалыла төҙөлөштө тамамлауға тотонорға әҙер урындағы төҙөлөш компанияһы бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть