3 декабрь, Шәмбе

11 ғинуар 2011 йыл, 12:20

2011 йылда мәғарифҡа федераль бюджеттан 500 миллиард һум аҡса бүленәсәк

автор: Эльмира Сабирова

2011 йылда федераль бюджеттан “Мәғариф”ҡа бүленәсәк аҡса 495,8 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда — 28, 2008 йылдағынан 50 процентҡа күберәк. Был турала РФ Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми сайтында хәбәр ителә.

2010 йыл менән сағыштырғанда федераль бюджет сығымдары юғары белем биреүгә һәм вуз тамамлағандан һуң һөнәри белем биреүгә — 15 процентҡа, мәғариф өлкәһендәге ғилми-ғәмәли тикшеренеүҙәргә ике тапҡыр артасаҡ.

Ил иҡтисады өсөн юғары белемле квалификациялы белгестәр әҙерләүҙең әһәмиәтен иҫәпкә алып, былтыр башланған сара — Рәсәйҙең төп университеттарына йыл һайын 30 миллиард һум күләмендә өҫтәмә ярҙам күрһәтеүҙе 2011-2013 йылдарҙа дауам итеү күҙ уңында тотола. Бу аҡса инновация яғынан әүҙем юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеү маҡсатында уларҙың инновацион инфраструктураһын үҫтереүгә, Рәсәй вуздарының һәм производство предприятиеларының берлектәге эшен дауам итеүгә, илебеҙҙең юғары уҡыу йорттарына төп ғалимдарҙы йәлеп итеүгә тотоноласаҡ.

темалар: мәғариф