Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Ғинуар 2011, 12:14

Учалыла Боҙ аренаһы төҙөлгән

Учалы ҡалаһында Боҙ аренаһы төҙөлгән. Кесаҙна көндө Учалы районы буйынса эш сәфәре барышында был ҡоролманы Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ҡарап сыҡты.
24 декабрҙән алып тест режимында эшләй башлаған арена профессиональ хоккей лигаһы матчтары һәм фигуралы шыуыу буйынса ярыштар үткәреүгә яраҡлы. Бынан тыш, был объектты көрәш һәм художестволы гимнастика буйынса ярыштар ойоштороу, күргәҙмәләр һәм байрам саралары үткәреү өсөн файҙаланыу планлаштырыла.
Аренаның майҙаны 30 метрға 60 метр. Ул иң күбендә - 200, тренировка ваҡытында 50-ләп кешене һыйҙыра ала. Ярыштарҙы трибунанан 1500 тамашасы ҡарай аласаҡ.
Боҙ майҙанының үҙенән тыш, комплекстың беренсе ҡатында универсаль спорт залы, кейем алмаштырыу бүлмәләре, медицина-аяҡҡа баҫтырыу үҙәге урынлашҡан. Икенсе ҡатта матбуғат үҙәге, спорт бары, боулинг бар.
Боҙ аренаһы проектын «Башкиргражданпроект» проект институты эшләгән. Заказсы-төҙөүсе булып сығыш яһаған Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты аренаны ҡалаға тапшырған.
Боҙ аренаһын халыҡ өсөн рәсми рәүештә асыу март башына билдәләнгән. Әлегә бында профессиональ спортсылар ғына шөғөлләнә.
Республика Президенты боҙ аренаһында күргәндәренән ҡәнәғәт ҡалды. Ни бары душ кабиналарын ғына тәнҡитләп үтте. Уларҙы ҡорғанда хаталар ебәрелгән, һөҙөмтәлә кабиналар ҡыҫынҡы һәм уңайһыҙ килеп сыҡҡан, уларҙы ҡайтанан эшләмәгәндә, аренаға йөрөүселәргә “ҡыйыш кабиналарҙа” йыуынырға тура киләсәк.
Автор:Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: