9 декабрь, Йома

11 ғинуар 2011 йыл, 11:00

Яңы йыл «Байрамғол»ға 40 быҙау бүләк итте

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

2011 йылдың тәүге биш көнөндә «Байрамғол» агрофирмаһының Ураҙ һөтсөлөк фермаһында 40 быҙау яҡты донъяға килгән. Кесаҙна көндө Учалы районы буйынса эш сәфәре барышында бында республика башлығы Рөстәм Хәмитов булып китте. Ул предприятие эшмәкәрлеге менән танышты, быҙаулатыу, ассенизация бүлексәләрен, быҙауҙар торған бинаны ҡараны.

БР Президенты ҡараған ферма Чехия технологияһы буйынса 2007 йылда төҙөлгән. Бында голштин-фриз тоҡомонло бер меңдән ашыу һыйыр тотола, шуларҙың 850-һе – һауын һыйыры. Тоҡомло мал фермаға Германиянан ҡайтарылған.

«Байрамғол» агрофирмаһының һөтө Өфөнөң һәм Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылының эшкәртеүсе предприятиеларына һатыла. Бында мал аҙығы һайлауға етди иғтибар бирелә. Предприятиеға был мәсьәләлә Башҡорт дәүләт аграр университеты әүҙем булышлыҡ итә.

Һыйыр малы үрсетеүҙән тыш «Байрамғол» агрофирмаһы шулай уҡ аттар һәм тексель тоҡомло һарыҡтар үрсетеү һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнә.