Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Федераль дәүләт хеҙмәткәрҙәре һаны ҡыҫҡартыласаҡ

Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев «Федераль дәүләт гражданлыҡ хеҙмәткәрҙәре һәм федераль дәүләт органдары һанын оптималләштереү тураһында» Указға ҡул ҡуйҙы. Унда дәүләт хеҙмәткәрҙәре һанын кәметеү күҙаллана, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте. Был документ эшмәкәрлектәре менән РФ Хөкүмәте етәкселек иткән дәүләт хеҙмәткәрҙәре һәм үҙәк аппараттарҙың, федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдары хеҙмәткәрҙәре һанын 2011-2013 йылдарҙа 20 процентҡа этаплап ҡыҫҡартыуҙы күҙ уңында тота. Һанап кителгән аппараттар һәм органдар хеҙмәткәрҙәрен 2011 һәм 2012 йылдарҙа – 5-әр процентҡа, 2013 йылда 10 процентҡа ҡыҫҡартыу ҡарала.

Эшмәкәрлектәре менән РФ Президенты етәкселек иткән федераль башҡарма власть органдары, шулай уҡ Генпрокуратура һәм Тикшереү комитеты хеҙмәткәрҙәре һанын 2011-2013 йылдарҙа ҡыҫҡартыуға килгәндә, Хөкүмәткә билдәләнгән тәртиптә раҫланған тейешле тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылды. Федераль Йыйылыш Палаталарына, Иҫәп палатаһы һәм РәсәйҮҙәк һайлау комиссияһына ла хеҙмәткәрҙәр һанын оптималләштереү мәсьәләләрен ҡарарға һәм Хөкүмәткә тәҡдимдәр индерергә тәҡдим ителде.

Указ менән гражданлыҡ хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләүгә ҡаралған һәм хеҙмәткәрҙәр һанын ҡыҫҡартыу һөҙөмтәһендә артып ҡалған бюджет ассигнованиеларының 50 процентын гражданлыҡ хеҙмәткәрҙәрен һәм был органдар хеҙмәткәрҙәрен матди дәртләндереүгә йүнәлтеү ҡаралған.

Теги: кадрҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть