3 декабрь, Шәмбе

11 ғинуар 2011 йыл, 9:10

Учалыла яңы ятҡылыҡ эшкәртелә башлаясаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Учалы районында яңы төҫлө металдар ятҡылығын эшкәртә башларға ниәтләйҙәр. Был проект менән республика башлығы Рөстәм Хәмитов кесаҙнала танышты.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселеге әйтеүенсә, Учалы ятҡылығының әлеге 300 метрҙан ашыу тәрәнлектәге карьерында 5-6 йылға етерлек мәғдән запастары ҡалған. Шул уҡ мәлдә, Яңы Учалы ятҡылығының разведкаланған запастары 1 миллион тонна баҡыр, 3 миллион тонна цинк һәм 43 миллион тонна көкөрт сығарырға мөмкинлек бирә. Аҙ күләмдә булһа ла, юл ыңғайы алтын йәки башҡа төрлө ҡиммәтле маталдар табылыуы ла ихтимал. Ә был ятҡылыҡты артабан тикшереү руданың яңы запастарын асырға мөмкинлек бирәсәк.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты яңы ятҡылыҡты ике йылдан үҙләштерә башлаясаҡ, тип күҙаллана.