Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең шифаханаларынан ҡәнәғәт

Сәйәсәт

6 ғинуарҙа Учалы районы буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 1971 йылда асылған шифахана-профилакторийын ҡараны. 2003-лә унда реконструкция үткән. Биш йылдан һуң шифахана биләмәһендә бассейн, гидромассаж, сауна, фитобары булған һыу менән дауалау үҙәге асылған.

Санаторийҙа йыл һайын ике меңдән ашыу кеше дауалана, шуларҙың 90 проценты – комбинат хеҙмәткәрҙәре.  

Шифахана ҡорһаҡ ҡыуышлығы ауырыуҙарын диагностикалау, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм тын алыу системаларын комплекслы тикшереү өсөн заманса диагностикалау аппаратураһы менән йыһазландырылған.

Дөйөм терапевтик ҡабул итеүҙән тыш, шифаханала тар махсуслашҡан белгестәрҙең – кардиологтың, мануаль терапевтың, ҡан тамырҙары хирургының, акушер-гинекологтың, дерматовенеролог, офтальмолог һәм башҡа белгестәрҙең ҡабул итеүе лә ойошторолған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть