4 декабрь, Йәкшәмбе

11 ғинуар 2011 йыл, 9:44

Ҡалтасы районында һәләк булған балаларҙың ғаиләләренә матди ярҙам күрһәтеләсәк

автор: "Башинформ"

8 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡалтасы районында ошо көндәрҙә ҡар аҫтында ҡалып һәләк булған ике үҫмер – Виктор Минингалин менән Андрей Евсеевтың ғаиләләренә матди ярҙам бүлеү тураһында ҡарар сығарҙы. Һәр ғаиләгә  75 мең һум күләмендә аҡса түләнәсәк.

Башҡортостан Президенты ике гонаһһыҙ сабыйҙың ғүмерен өҙгән фажиғәгә бәйле балаларҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 ғинуарҙа Ҡалтасы районы буйынса милиция бүлегенә Аҡтуған ауылында йәшәүсе ҡатын 12 йәшлек улы Викторҙың юғалыуы хаҡында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Бер көн элек үҫмер үҙенең 15 йәшлек дуҫы Андрей менән уйнарға сыға, әммә өйгә әйләнеп ҡайтмай. Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре балаларҙы эҙләргә сыға. Уларға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы халыҡ ҡушыла.

7 ғинуарҙа балаларҙың кәүҙәләрен ауылдан алыҫ түгел ерҙә ҡар аҫтынан табып алалар. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, балалар йырынға төшкән, шул саҡ уларҙың өҫтөнә ҡар ишелгән.